Ангам Атнабаев

Март 11, 2023 Просмотров: 24
Яҡташ шағирыбыҙ, драматург Әнғәм Атнабаевҡа 95 йәш тулыу уңайынан Ҡәлтәү урта мәктәбенең 6 класс уҡыусылары менән кластан тыш сара уҙҙырылды. Уҡыусылар яратҡан шағирҙары тураһында бик күп мәғлүмәт белде, үҙҙәре лә уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Уның шиғырҙарына яҙылған тыуған еребеҙ тураһындағы йырҙарын яратып тыңланы. Сара ахырында Күрҙем ауылына Әнғәм Атнабаевтың музейына мотлаҡ барырға тигән ҡарар ҡабул ителде.